Главная/ Новости/ В Национальном музее Республики Башкортостан прошло заседание литературной гостиной, посвящённое творчеству народного поэта Башкортостана Мустая Карима

В Национальном музее Республики Башкортостан прошло заседание литературной гостиной, посвящённое творчеству народного поэта Башкортостана Мустая Карима

17 октября 2019 года – в дни празднования 100-летия со дня рождения народного поэта Башкортостана Мустая Карима – в Национальном музее Республики Башкортостан состоялось заседание “Литературной гостиной”, посвящённое современным исследованиям творчества Мустая Карима.

Участниками мероприятия стали молодые учёные – лауреаты стипендии имени Мустая Карима разных лет: выпускница факультета башкирской филологии и журналистики Башкирского государственного университета, заместитель главного редактора журнала “Ватандаш” – Динара Каримова; магистрант факультета башкирской филологии и журналистики Башкирского государственного университета, директор Комитета по делам молодежи МР Баймакский район РБ – Загит Гумеров; аспирант факультета башкирской филологии и журналистики Башкирского государственного университета – Гульдания Сагинбаева. На встречу так же были приглашены учащиеся из Башкирской гимназии № 158 имени Мустая Карима города Уфы.

Перед началом мероприятия старший научный сотрудник Национального музея Республики Башкортостан Лариса Рамазанова провела для ребят экскурсию по новой выставке “Истоки театрального искусства Башкортостана”, посвящённой Году театра в России.

Мероприятие открыло приветственное слово заместителя генерального директора Национального музея Республики Башкортостан, заслуженного работника культуры Башкортостана и России, кандидата экономических наук Ильгиза Хайруллина. Затем ученик Башкирской гимназии № 158 Аскар продекламировал стихотворение Мустая Карима.

Участники мероприятия рассказали о своих научных поисках, направленных на изучение творчества Мустая Карима, которое открывает всё новые и новые грани перед любознательным читателем и внимательным исследователем.

Во время мероприятия был показан отрывок документального фильма о Мустае Кариме “Я по земле иду”. Научный сотрудник Национального музея Республики Башкортостан Ильдар Шарипов исполнил на курае башкирскую национальную мелодию “Бейеш”, которую любил слушать Мустай Карим.

 

Башҡортостан Республикаһының Милли музейының Әҙәби ҡунаҡханаһы ултырышы Башҡортостандың Халыҡ шағиры Мостай Кәрим ижадына бағышланды

17 ноябрь Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығын билдәләү айҡанлы  Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Мостай Кәрим ижадына бағышланған сираттағы Әҙәби ҡунаҡхана ултырышы уҙғарылды. Был сарала Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының 7-се синыф уҡыусылары ҡатнашты. Әҙәби ҡунаҡханала «Мостай Кәрим ижады йәштәр күҙлегенән» тигән тема буйынса фекер алышыу ойошторолдо. 

Башҡортостан Республикаһының Әҙәби ҡунаҡханаһына Башҡорт дәүләт университетында уҡып сыҡҡан һәм уҡыу осоронда Мостай Кәрим исемендәге стипендияһына лайыҡ булыусылар: «Ватандаш» журналының баш мөхәррире урынбаҫары Динара Кәримова; Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультеты магистранты, Баймаҡ районы Хакимиәтенең йәштәр бүлеге комитеты директоры Заһит Ғүмәров; Башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультеты аспиранты Гөлдәниә Һағынбаева саҡырылды.

Сара башланыр алдынан Әҙәби ҡунаҡханала ҡатнашыусылар өсөн Башҡортостан Республикаһының Милли музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре Лариса Рамазанова Рәсәйҙә иғлан ителгән Театр йылына арналған «Башҡортостанда театр сәнғәте башланғысы» тип исемләнгән күргәҙмә буйынса экскурсия үткәрҙе.

Башҡортостан Республикаһының Милли музейының Әҙәби ҡунаҡханаһын, тәбрикләү телмәре менән, Башҡортостан Республикаһының Милли музейының генераль директоры урынбаҫары, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Илгиз Рәхимйән улы Хәйруллин асып ебәрҙе. Һуңынан Мостай Кәрим исемендәге Өфө ҡалаһының 158-се Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Асҡар Мостай Кәримдең шиғырын яттан һөйләп ишеттерҙе.  

Сараға саҡырылған ҡунаҡтар уҡыусыларға үҙҙәренең Мостай Кәрим ижадын өйрәнгәндәге фәнни эҙләнеүҙәре тураһында һөйләне, ҡайһы бер әҫәрҙәренә ҡыҫҡаса анализ биреп үттеләр.

Сара барышында Мостай Кәрим тураһында «Мин ерҙән барам» тигән документаль фильмдан өҙөк күрһәтелде. Башҡортостан Республикаһының Милли музейының ғилми хеҙмәткәре Илдар Шәрипов Мостай Кәримдең яратып тыңлаған башҡорт хылыҡ көйө «Бейеш»те уйнап ишеттерҙе. 

Башҡортостан Республикаһының Милли музейының Әҙәби ҡунаҡханаһы ултырышы йылы, дуҫтарса әңгәмә формаһын алды.

 

 

Поделиться:

читать дальше">
Translate »