Главная/ Новости/ В Национальном музее Республики Башкортостан прошла литературная гостиная к 75-летию со дня рождения башкирского поэта Рашита Назарова

В Национальном музее Республики Башкортостан прошла литературная гостиная к 75-летию со дня рождения башкирского поэта Рашита Назарова

7 ноября 2019 года в Национальном музее Республики Башкортостан состоялось заседание «Литературной гостиной», приуроченное к 75-летию со дня рождения башкирского поэта, Лауреата Государственной премии Республики Башкортостан имени Салавата Юлаева, премии имени Галимджана Ибрагимова – Рашита Назарова (1944–2006).

Участниками заседания «Литературной гостиной» стали известные писатели, филологи и журналисты: литературный критик, писатель, журналист, член Союза писателей Башкортостана и России, заслуженный работник образования Республики Башкортостан, кандидат филологических наук, доцент Башкирского государственного педагогического университета имени М. Акмуллы, председатель Союза писателей Республики Башкортостан – Заки Алибаев; тележурналист, общественный деятель, лауреат республиканской премии имени Шагита Худайбердина, заслуженный работник печати и массовой информации Республики Башкортостан, директор Республиканского историко-культурного музея-заповедника «Древняя Уфа» – Гаухар Батталова; кандидат филологических наук, доцент Института развития образования Башкортостана – Луиза Киреева.

Слушателями «Литературной гостиной» стали студенты факультета Башкирской филологии Башкирского государственного педагогического университета имени Мифтахетдина Акмуллы и ученики Уфимской городской башкирской гимназии № 20 имени Фатимы Мустафиной.

Заседание открыло приветственное слово заместителя генерального директора Национального музея Республики Башкортостан, заслуженного работника культуры Башкортостана и России, кандидата экономических наук Ильгиза Хайруллина.

В своём выступлении Заки Алибаев проанализировал поэзию Рашита Назарова и высказал свою точку зрения о некоторых стихотворений поэта. Затем был показан фрагмент документального фильма Гаухар Батталовой «Йөрәк» («Сердце»), посвящённого драматической судьбе и огромному таланту Рашита Назарова. Автор фильма рассказала о создании фильма, членах съёмочной группы и самом поэте.

В завершение «Литературной гостиной» землячка поэта Луиза Киреева призвала юных слушателей заниматься литературным творчеством и исследовать творчество талантливых поэтов и писателей, как Рашит Назаров.

«Литературная гостиная» Национального музея Республики Башкортостан, посвящённая жизни и творчеству башкирского поэта Рашита Назарова, прошла традиционно в теплой и дружеской атмосфере.

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында башҡорт шағиры Рәшит Назаровтың тыуыуына 75-йыл тулыу айҡанлы әҙәби ҡунаҡхана ултырышы уҙғарылды

7 ноябрь көнө Башҡортостан Республикаһының Милли музейында башҡорт шағиры, Салауат Юлаев исемендәге Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм Гәлимйән Ибраһимов исемендәге премиялар лауреаты Рәшит Назаровтың тыуыуына 75-йыл тулыу айҡанлы «Әҙәби ҡунаҡхана» ултырышы булып үтте.

Башҡортостан Республикаһының Әҙәби ҡунаҡханаһына әҙәбиәт ғилеме белгесе, тәнҡитсе, яҙыусы, журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаев; тележурналист, йәмәғәт эшмәкәре, «Боронғо Өфө» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы республика дәүләт бюджет учреждениеһы директоры, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре  Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы Батталова һәм Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты доценты, филология фәндәре кандидаты, шағир Рәшит Назаровтың яҡташы Луиза Риф ҡыҙы Киреева саҡырылды.

Башҡортостан Республикаһының Милли музейының Әҙәби ҡунаҡханаһында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт филологияһы факультеты студенттары һәм Ф. Мостафина исемендәге 20-се һанлы Өфө ҡала Башҡорт гимназияһы уҡыусылары ҡатнашты.

Әҙәби ҡунаҡхана ултырышын Башҡортостан Республикаһының Милли музейының генераль директоры урынбаҫары, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, иҡтисад фәндәре кандидаты Илгиз Рәхимйән улы Хәйруллин тәбрикләү һүҙе менән асты. 

Зәки Әлибаев шағир Рәшит Назаровтың шиғриәтенә ҡыҫҡаса ғына анализ яһаны һәм ҡайһы бер шиғырҙарына үҙенең ҡарашын белдерҙе. Кисәлә Гәүһәр Батталованың шағир Рәшит Назаровтың сетерекле яҙмышы һәм бай ижадына бағышланған «Йөрәк» тип аталған документаль фильмынан өҙөк күрһәтелде. Фильмдан өҙөк ҡарағандан һуң автор фильмды төшөрөү тарихы, фильмды булдырыуҙа ҙур көс һалған состав һәм шағирҙың үҙе тураһында һөйләне.

Әҙәби ҡунаҡхана ултырышы аҙағында шағирҙың яҡташы Луиза Киреева йәш быуынды ижад менән шөғөлләнергә һәм Рәшит Назаров кеүек шәхестәрҙең ижадын өйрәнергә өндәне.

Башҡорт шағиры Рәшит Назаровтың ижадына бағышланған Башҡортостан Республикаһының Милли музейының Әҙәби ҡунаҡханаһы ултырышы йылы һәм дуҫтарса аралашыу мөхитендә уҙҙы.  

Поделиться:

читать дальше">
Translate »