Главная/ Новости/ Башҡортостан Республикаһының Милли музейының «Республика төҙөүгә 100 йыл тулыуға арналған» күсмә күргәҙмәһен Башкортостан Республикаһының Милли музейының филиалы Шәһит Хоҙайбирҙиндың Йорт-музейында күрә алаһығыҙ!

Башҡортостан Республикаһының Милли музейының «Республика төҙөүгә 100 йыл тулыуға арналған» күсмә күргәҙмәһен Башкортостан Республикаһының Милли музейының филиалы Шәһит Хоҙайбирҙиндың Йорт-музейында күрә алаһығыҙ!

Күргәҙмәне күрергә килгән ҡунаҡтарҙы 1918–1919 йылдарҙағы, Башҡорт ғәскәре яугирыныӊ хәрби формаһы кейгән, планшет һәм кобуралы портупея таҡҡан манекен ҡаршылай. Артабан ҡунаҡтар витриналағы, граждандар һуғышыныӊ өнһөҙ шаһиттар булған ҡорал – ҡомартҡылар менән таныша. Ҡомартҡыларҙан 1881 йылғы һалдат шашкаһы, 1895 йылғы ике револьвер (береһе Шәһит Хоҙайбирҙиндың Йорт-музейы нигеҙендә табылған), данлыҡлы Мосин винтовкаһы (трехлинейка) һәм винтовканың ҡыҫҡартылған (обрез) варианты, 1918 йылдағы аҡтар ғәскәренең хәрби дәрәжә өлгөһө, I Донъя һуғышы осорондағы котелок һәм фляжка урын алған. Күргәҙмәлә башҡорт милли хәрәкәте лидерҙары тураһында бай мәғлүмәт бирелгән. Бынан тыш шул осорҙа ойошторолған Башҡорт хөкүмәте эшмәкәрлеге, тарихи сығанаҡтар менән танышырға була.

Айырым витринала Совет Башҡорт Автономиялы Республикаһын төҙөүҙә турана-тура ҡатнашҡан һәм был эшкә ҙур көс һалған – АБССР-ҙыӊ Эске эштәр Халыҡ комиссары Исмәғил Хөсәйен улы Солтанов тураһында бай мәғлүмәт бирелгән.

Күргәҙмәлә башҡорт яугирыныӊ тарихи реконструкция аша тергеҙелгән кейемдәрен кейеп, ҡорал макеттарын тотоп иҫтәлеккә фотоға төшөргә була.

Поделиться:

читать дальше">
Translate »