Главная/ Новости/ В Национальном музее Республики Башкортостан прошло культурно-образовательное мероприятие «Халҡым моңо» – «Мелодия народа»

В Национальном музее Республики Башкортостан прошло культурно-образовательное мероприятие «Халҡым моңо» – «Мелодия народа»

23 ноября 2019 года в Национальном музее Республики Башкортостан было организовано культурно-образовательное музейное мероприятие «Халҡым моңо» – «Мелодия народа» для слушателей Факультета профессиональной подготовки Уфимского юридического института МВД России. 

Научный сотрудник Национального музея РБ Ильдар Шарипов познакомил слушателей с башкирскими национальными музыкальными инструментами: курай, думбыра, кыл-кубыз, кубыз, ятаган и с музыкальными инструментами европейского происхождения, проникшими в быт народа в XIX и XX веке — скрипка, мандолина, гармонь и тальянка. О каждом музыкальном инструменте была рассказана история возникновения и применения инструмента. Сопровождался рассказ наглядной презентацией и видеоматериалом. Многие из национальных музыкальных инструментов представлены в экспозиционных залах «Этнография башкирского народа» и «Народы Башкортостана» Национального музея Республики Башкортостан. 

В заключении Ильдар Шарипов провел мастер-класс по изготовлению башкирского национального музыкального инструмента курай из уральского реброплодника.

Участникам мероприятия была проведена экскурсия по экспозиционным залам Национального музея Республики Башкортостан.

Культурно-образовательного мероприятие «Халҡым моңо» – «Мелодия народа» продолжается.

На культурно-образовательное музейное мероприятие «Халҡым моңо» – «Мелодия народа» приглашаются участники всех возростных категорий: дети, дошкольники, учащиеся средних, старших классов, студенты СУЗов, ВУЗов, а так же взрослые категории посетителей.

Культурно-образовательное музейное мероприятие «Халҡым моңо» – «Мелодия народа» работает по заявкам посетителей. Заявки на участие в данном мероприятии принимаются по телефонам 8 (347) 272-32-54; 8 (960) 80 32 639 (Шарипов Ильдар Талгатович) или по адресу г. Уфа, ул. Советская, 14, Национальный музей Республики Башкортостан. 

Ждём Ваших заявок!

 

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Халҡым моңо» мәҙәни һәм белем биреү сараһы уҙҙы 

23 ноябрь көнө Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтының профессиональ әҙерлек үтеү факультеты тыңлаусылары өсөн Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Халҡым моңо» мәҙәни һәм белем биреү сараһы уҙҙы.

Сара барышында Башҡортостан Республикаһының Милли музейының ғилми хеҙмәткәре Илдар Шәрипов сарала ҡатнашыусыларҙы башҡорт халҡының милли уйын ҡоралдары (ҡурай, думбыра, ҡыл ҡумыҙ, ҡумыҙ, йәтәгән) һәм шулай уҡ XIX һәм XX быуаттарҙа халыҡ араһына үтеп ингән европа музыка уйын ҡоралдары (скрипка, мандолина, гармун, тальянка) менән таныштырҙы. Һәр музыкаль уйын ҡоралының килеп сығыу тарихы һәм ҡулланылышы тураһында мәғлүмәт бирелде. Музыкаль уйын ҡоралы тураһында һөйләгәндә презентация һәм видеоматериал ҡулланылды. Был музыка уйын ҡоралдарының күпселеге Башҡортостан Республикаһының Милли музейының «Башҡорт халҡының этнографияһы» һәм «Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтар этнографияһы» залдарында урын алған.

Сара аҙағында Өфө юридик институтының профессиональ әҙерлек үтеү факультеты тыңлаусыларына ҡурай эшләү буйынса мастер-класс үткәрелде. 

Сарала ҡатнашыусыларға Милли музейҙың күргәҙмә залдары буйынса экскурсия ойошторолдо.

Башҡортостан Республикаһының Милли музейының «Халҡым моңо» мәҙәни һәм белем биреү сараһы артабан үҙенең эшен йыл аҙағынаса дауам итә. Был сарала мәктәпкәсә йәштәге балалар, мәктәп уҡыусылары, студентар, ололар ҡатнаша ала.

Башҡортостан Республикаһының Милли музейының «Халҡым моңо» мәҙәни һәм белем биреү сараһында ҡатнашырға теләүселәр  8(347) 272-32-54; 8 (960) 80 32 639 (Шәрипов Илдар Тәлғәт улы) телефондарына шылтыратып йәки Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14-се һанлы йорт адресы буйынса  урынлашҡан Башҡортостан Республикаһының Милли музейына килеп заявка ҡалдырып китә алаһығыҙ.

         Башҡортостан Республикаһының Милли музейының «Халҡым моңо» мәҙәни һәм белем биреү сараһында көтөп ҡалабыҙ!

Поделиться:

читать дальше">
Translate »