Главная/ Новости/ Башҡорт теле көнө айҡанлы Башҡортостан Республикаһының Милли музейында һәм уның филиалдарында башҡорто телендә тематик саралар үҙҙы

Башҡорт теле көнө айҡанлы Башҡортостан Республикаһының Милли музейында һәм уның филиалдарында башҡорто телендә тематик саралар үҙҙы

 

14 декабрь шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә Башҡортостан Республикаһында Башҡорт теле көнө билдәләнде. 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 14 декабрь Башҡорт теле көнө тип иғлан итте һәм указға ҡул ҡуйҙы.

Байрам көнөндә Башҡортостан Республикаһының Милли музейы һәм уның филиалдары башҡорт телендә мәҙәни һәм белем биреү саралары, туристик маршрут экскурсиялары ойошторҙо. Башҡортостан Республикаһының Милли музейында башҡорттар күпләп йәшәгән Силәбе өлкәһенең Арғаяш районының Ҡолой ауылы мәктәбе уҡыусылары өсөн «Халҡым моңо» мәҙәни белем биреү сараһы уҙҙы. Был сарала Башҡортостан Республикаһының Милли музейының ғилми хеҙмәткәре Илдар Шәрипов уҡыусыларҙы башҡорт халҡының милли уйын ҡоралдары менән таныштырҙы, ҡурай үләненән ҡурай эшләп уйнап күрһәтте. Сара аҙағында Ҡолой ауылы мәктәбе уҡыусылары башҡорт бейеүен башҡарҙы. Бынан тыш Башҡортостан Республикаһының Милли музейына килеүселәр өсөн фойела ҡурайҙа «Урал», «Сыңрау торна», «Наполеон Банопарт», «Салауат маршы», «Буранбай» һәм башҡа башҡорт халыҡ көйҙәре башҡарылды һәм башҡорт телендә экскурсиялар үткәрелде.

Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейында «Шәжәрә төҙөү өлгөләре» тигән мәҙәни белем биреү сараһы ойошторолдо. Был сарала Бейеш тархан нәҫеле шәжәрәһе төҙөлдө. Сара башланыр алдынан музейҙың ғилми хеҙмәткәре Айҙар Мәжитов ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйҙәрен башҡарҙы. Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейы етәксеһе Юнир Минишев сарала ҡатнашыусыларҙы Бейеш тархандың шәжәрәһен төҙөгәндәге асыштары хаҡында һөйләне. Бейеш тархандың нәҫеле Башҡортостан Республикаһы биләмәләренән тыш Һарытау, Һамар, Ырымбур өлкәләренә таралыуы тураһында бәйән итте. Шулай уҡ ул Бейеш тархандың нәҫелен өйрәнгәндә тапҡан ҡыҙыҡлы документтарҙағы мәғлүмәттәр, атаһының, туғандарының, улдарының исемдәрен билдәләп үтте, тархандың шәхси тамғаһы менән таныштырҙы.

Әбйәлил тарихын һәм төбәген өйрәнеү музейында «Мин үҙ еремдә!» тип исемләнгән мәҙәни белем биреү сараһы ойошторолдо. Был сара башҡорт һынлы сәнғәте оҫтаһы, СССР-ҙың Халыҡ рәссамы Әхмәт Фәтҡулла улы Лотфуллин ижадына бағышланды. 1-се һанлы Асҡар дөйөм белем биреү мәктәбе укыусылары был сарала рәссамдың биографияһы, картиналары һәм музейҙа һаҡланған шәхси әйберҙәре менән танышты һәм үҙҙәре пейзаж, натюрморттар төшөрҙө. 

Темәс тарихын һәм төбәген өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре Темәс дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары өсөн Темәс ауылы тарихи урындары буйлап «Темәс – Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы» тип аталған маршрут экскурсиялары ойошторҙо. Уҡыусылар, 1919 йылда Башҡортостан Республикаһы төҙөү тураһында йыйылыш уҙғарылған, был ваҡиғанан һуң күпмелер ваҡыт Башҡортостан Хөкүмәте йорто булып торған, ә бөгөнгө көндә Темәс тарихын һәм төбәген өйрәнеү музейы урынлашҡан бина; күренекле башҡорт шағиры, Башҡорт хөкүмәте ағзаһы Шәйехзада Бабич эшләгән типография бинаһы; күренекле башҡорт композиторы, башҡорт симфоник музыкаһы жанрына нигеҙ һалыусы Рәүеф Мортазиндың бала сағы үткән йорт һәм башҡа тарихи биналар менән таныштылар.

Салауат Юлаев музейы етәксеһе Зилә Саҙыҡова башҡорт һәм урыҫ телдәрендә «Янған Тау» геопаркы, «Янған Тау» санаторийы хеҙмәткәрҙәренә, санаторийҙа ял итеүселәргә «Салауат эҙҙәре буйлап» тип аталған маршрут экскурсияһы ойошторҙо. Туристик маршрутта, Салауат Юлаев музейынан башлап Салауат ҡаяһын, Салауат йәшенеп ятҡан Нәсибаш мәмерйәһен, Иҙрис мәмерйәһен, Салауаттың ҡорал һаҡлаған мәмерйәһен, «Шайтан-көҙәй» тирмә кемпингын һәм Иҙрис ауылы эргәһендәге Зөләйха шишмәһен, йөрөп сығыу ҡаралған. Экскурсанттар башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың биографияһы, көрәш юлы, ғаиләһе, батыр ҡараған Шайтан-көҙәй ырыуы менән таныштылар. Экскурсия барышында 1770 йылдағы Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында ойошторолған Петр Симон Паллас экспедицияһы һәм был экспедицияла Янған-Тауҙы тикшереү тураһында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирелде. Экскурсияны транспорт менән «Янған Тау» геопаркы тәьмин итте.

Башҡортостандың Милли музейында һәм уның филиалдарында башҡорт телендә экскурсиялар һәм мәҙәни белем биреү саралары уҙғарыу традицияға әйләнеп китте. Башҡорт теле көнөндә үткәрелгән бындай тематик саралар башҡорт телен, башҡорт халҡының тарихи-мәҙәни мираҫын популярлаштырыуҙа ҙур роль уйнай.

 

В День башкирского языка Национальный музей Республики Башкортостан и его филиалы представили тематические мероприятия на башкирском языке

14 декабря – в годовщину со дня рождения поэта и просветителя Мифтахетдина Акмуллы (1831–1895) – в Республике Башкортостан отмечается День башкирского языка. С 2019 года, в соответствии с указом Главы Республики Башкортостан Радия Хабирова, День башкирского языка стал официальным праздником республики.

В праздничный день Национальный музей Республики Башкортостан и его филиалы организовали культурно-образовательные мероприятия и туристические маршрутные экскурсии на башкирском языке. В Национальном музее Республики Башкортостан проводились обзорные экскурсии на башкирском языке. А  для гостей республики – школьников из села Кулуй Аргаяшского района Челябинской области, в котором компактно проживает башкирское население, – состоялось культурно-образовательное мероприятие «Халҡым моңо» – «Мелодия народа», посвящённое башкирскому музыкальному фольклору. Научный сотрудник музея Ильдар Шарипов рассказал гостям о башкирских музыкальных инструментах и научил изготавливать курай из реброплодника уральского. Затем для всех посетителей в фойе музея И. Шарипов исполнил на башкирском национальном инструменте – курае – народные мелодии «Урал», «Сыңрау торна», «Наполеон Бонапарт», «Салауат маршы» и «Буранбай».

В Доме-музее Ш. А. Худайбердина была представлена культурно-образовательная программа «Основы составления шежере – родословной». Темой мероприятия стала родословная Бииш-тархана и его потомков. Перед началом занятия научный сотрудник дома-музея Айдар Мажитов исполнил башкирские народные мелодии. Заведующий домом-музеем, исследователь башкирских родословий (шежере) Юнир Минишев рассказал о своей работе по составлению родословной Бииш-тархана и его потомков, которые проживают на территории современного Башкортостана, Саратовской, Самарской и Оренбургской области. Лектор познакомил слушателей с новообнаруженным документом, в котором приведены имена отца, братьев и сыновей Бииш-тархана, а также его личная тамга.

Абзелиловский историко-краеведческий музей провёл культурно-образовательное мероприятие «Я сын своей земли», посвящённое корифею башкирской школы живописи, народному художнику СССР Ахмату Фаткулловичу Лутфуллину. Ученики средней общеобразовательной школы № 1 села Аскарово познакомились с биографией художника, его картинами и личными вещами, хранящимися в фондах музея, а также, вдохновившись творчеством великого земляка, проявили свои таланты и написали пейзажи и натюрморты.

Сотрудники Темясовского историко-краеведческого музея провели маршрутную экскурсию для учеников Темясовской средней общеобразовательной школы по историческим местам села Темясово Баймакского района «Темясово – первая столица Башкортостана» («Темәс – Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы»). Экскурсанты ознакомились со зданиями, являющимися памятниками истории республики: домом Башкирского правительства, в котором в начале 1919 году было принято решение о создании Республики Башкортостан и где в настоящее время размещён Темясовский историко-краеведческий музей, зданием типографии, в котором работал член Башкирского правительства, выдающийся башкирский поэт Шайхзада Бабич, домом, в котором прошло детство известного башкирского композитора, основоположника симфонического жанра в башкирской музыке Рауфа Муртазина, и другими историческими зданиями.

Заведующая Музеем Салавата Юлаева Зиля Садыкова провела туристическую экскурсию на башкирском и русском языках по маршруту «По следам Салавата Юлаева» для сотрудников геопарка «Янган-Тау», сотрудников и отдыхающих санатория «Янган-Тау». Туристический маршрут начинается от Музея Салавата Юлаева и включает посещение скалы Салавата, «убежища Салавата» (Насибашевской пещеры), «пещеры Салавата» (Идрисовской пещеры), «склада Салавата» (Оружейной пещеры), юртового кемпинга «Шайтан-кудей» и родника Зулейхи в деревни Идрисово. Экскурсанты познакомились с биографией и боевым путём национального героя Башкортостана Салавата Юлаева, его семьёй и его родом – Шайтан-кудей, а также с экспедицией Петра Симона Палласа, который в 1770 году побывал на северо-востоке Башкортостана и описал гору Янган-Тау. Транспортное сопровождение экскурсии осуществлял геопарк «Янган-Тау».

В Национальном музее Республики Башкортостан и его филиалах традиционно проводятся экскурсии и культурно-образовательные мероприятия на башкирском языке. Проведение музеями тематических мероприятий в День башкирского языка способствовало популяризации башкирского языка и историко-культурного наследия Башкортостана.

Поделиться:

читать дальше">
Translate »