Главная/ Новости/ Башҡортостан Республикаһының Милли музейы Әҙәби ҡунаҡханаһы эшен онлайн форматта дауам итеп Башҡортостандың беренсе Халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриның (1880-1934) тыуыуына 140 йыл тулыу айҡанлы, шағирә, драматург, танылған журналист, йәмәғәт эшмәкәре Лили Ҡәйепова (Лилиә Һаҡмар) менән әңгәмә тәҡдим итә

Башҡортостан Республикаһының Милли музейы Әҙәби ҡунаҡханаһы эшен онлайн форматта дауам итеп Башҡортостандың беренсе Халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриның (1880-1934) тыуыуына 140 йыл тулыу айҡанлы, шағирә, драматург, танылған журналист, йәмәғәт эшмәкәре Лили Ҡәйепова (Лилиә Һаҡмар) менән әңгәмә тәҡдим итә

Башҡортостан Республикаһының Милли музейының Әҙәби ҡунаҡханаһы онлайн форматта эшен дауам итеп Башҡортостандың беренсе Халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриның (1880-1934 йылдар) тыуыуына 140 йыл тулыу айҡанлы, шағирә, драматург, танылған журналист, йәмәғәт эшмәкәре Лилиә Ҡәйепова (Лилиә Һаҡмар) менән әңгәмә тәҡдим итә. 

Лилиә Ҡәйепова (Лилиә Һаҡмар) үҙенең ижад итеү эшмәкәрлегенән тыш Мәжит Ғафуриның яҙып ҡалдырған шиғырҙарын, ҡулъяҙмаларын уҡып, шағир ҡулланған иҫке төрки, ғәрәп теленән ингән боронғо һүҙҙәрҙе тәржемә итеп, эшкәртеп уҡыусыларға сығарыу өҫтәндә ҙур эш алып бара. Мәжит Ғафури ижад иткән осор 19-сы быуат аҙағы һәм 20-се быуат башына тура килә. Бер быуат арауығында ғына ла башҡорт теле ҙур үҙгәрештәр кисерә. Ғәрәп графикаһынан латин, һуңынан кирилицаға күсеү эҙһеҙ үтмәй. Шуға ла Мәжит Ғафуриның әҫәрҙәрендә бөгөнгө уҡыусыларға аңлашылмаған һүҙҙәр йыш осрай. Мәжит Ғафуриның шиғырҙарын яңыса яңғыратыу өҫтөндә ниндәй эштәр алып барылыуы тураһында Лилиә Ҡәйепова (Лилиә Һаҡмар) менән булған әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ. Шағирә менән Башҡортостан Республикаһының Милли музейының ғилми хеҙмәткәре Илдар Шәрипов әңгәмәләште. Әңгәмәнең аудиояҙмаһы беркетелгән.

   

Национальный музей Республики Башкортостан представляет очередную Литературную гостиную — встречу с поэтессой, драматургом, журналистом, общественным деятелем Лилией Каиповой (Лилиә Һаҡмар), посвященную 140-летию со дня рождения первого народного поэта Башкортостана Мажита Гафури (1880-1934)

Национальный музей Республики Башкортостан, представляет очередное заседание «Литературной гостиной Национального музея Республики Башкортостан» в онлайн-формате. Мероприятие посвящается 140-летию со дня рождения первого народного поэта Башкортостана Мажита Гафури (1880-1934). Гостьей Литературной гостиной Национального музея Республики Башкортостан стала поэтесса, драматург, ведущий журналист, общественный деятель Лилия Каипова (Лилиә Һаҡмар).

Лилия Каипова (Лилиә Һаҡмар) кроме творческой деятельности проводит большую работу по изучению рукописных стихотворений Мажита Гафури и адаптированию к современному башкирскому литературному языку для читателей. Беседовал с поэтессой на эту тему научный сотрудник Национального музея Республики Башкортостан Ильдар Шарипов. Аудиозапись интервью — в прикреплённом файле.

Поделиться:

читать дальше">
Translate »