Главная/ Новости/ Башҡортостан Республикаһының Милли музейы «Ҡатай ырыуы башҡорттары. Башҡорт ырыуҙарының хәрәкәте» тип аталған онлайн форматында түңәрәк өҫтәл уҙғарҙы

Башҡортостан Республикаһының Милли музейы «Ҡатай ырыуы башҡорттары. Башҡорт ырыуҙарының хәрәкәте» тип аталған онлайн форматында түңәрәк өҫтәл уҙғарҙы

   

14 август көнө IX «Ҡатай йәштәре йыйыны» этнофорумы нигеҙендә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Ҡатай ырыуы башҡорттары. Башҡорт ырыуҙарының хәрәкәте» тип аталған онлайн форматында түңәрәк өҫтәл уҙғарылды. Сарала Өфө, Пермь, Томск ҡалаларынан һәм Ҡатай ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән Балаҡатай, Белорет, Ҡыйғы һәм Мәсетле райондарынан ҡатнаштылар. 

Түңәрәк өҫтәлде Башҡортостан Республикаһының Милли музейының генераль директоры, тарих фәндәре кандидаты Марат Зөлҡәрнәев һәм Балаҡатай муниципаль районы башлығы Мәсғүт Миңлеғәлин асты.

Түңәрәк өҫтәлдә Белорет районының Зөйәк ауылында йәшәүсе ветеран уҡытыусы Ринат Шәйбәков инйәр һәм сермән Ҡатайҙары тураһында сығыш яһаны; Белорет районы төбәген өйрәнеүсе Фәрит Шәйәхмәтов Ҡоҙғон-Ҡатайҙары тарихы менән таныштырҙы; Башҡортостан Республикаһының Стратегик эҙләнеүҙәр институтының бүлек мөдире, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов башҡорттарҙың ырыуҙарға бүленеү структураһы тигән доклад менән сығыш яһаны; Пермдан ДНК-генеалог Альберт Кәримов пермь татарҙары һәм башҡорттарының генетик яҡтан туғанлығы һәм килеп сығышы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы; ДНК-генеалог, Томск ҡалаһының «Герольд» шәжәрә өйрәнеү ойошмаһы рәйесе Владимир Волков Төмән һәм Тобольск ҡатайҙары тураһында тарихи сығанаҡтар менән таныштырҙы; Башҡортостан Республикаһының Милли архивы бүлек мөдире Зөлфәр Гатиятуллин конференцияла ҡатнашыусыларҙы Ҡатай ырыуы башҡорттары тураһындағы ҡыҙыҡлы архив документтары тураһында һөйләне.

«Ҡатай ырыуы башҡорттары. Башҡорт ырыуҙарының хәрәкәте» тип исемләнгән түңәрәк өҫтәл «Ҡатай йәштәре йыйыны» этнофорумы сиктәрендә беренсе тапҡыр уҙғарылды һәм күп кенә ғалимдарҙы, ырыу-ара мөнәсәбәттәрҙе, Ҡатай ырыуы тарихын, крайҙы өйрәнеүселәрҙе, генетиктарҙы туплауға булышлыҡ итте. Доклад һөйләселәр һәм тыңлаусылар ошондай форматтағы түңәрәк өҫтәлдәрҙең Ҡатай ырыуы башҡорттары этнофорумы эшмәкәрлегендә лә ҙур этәргес бирәсәгенә ышаныс белдерҙе.

Национальный музей Республики Башкортостан провёл онлайн-круглый стол

«Башкиры рода Катай. Движение башкирских родов»

14 августа 2020 года, в рамках IX Этнофорума «Ҡатай йәштәре йыйыны» («Съезд молодёжи рода Катай»), Национальный музей Республики Башкортостан провёл в онлайн-формате круглый стол «Башкиры рода Катай. Движение башкирских родов». В мероприятии приняли участие докладчики и слушатели из Уфы, Перми, Томска и районов Республики Башкортостан, в которых проживают башкиры рода Катай: Белокатайского, Белорецкого, Кигинского и Мечетлинского.

Круглый стол открыли выступления генерального директора Национального музея Республики Башкортостан, кандидата исторических наук Марата Зулькарнаева и главы Администрации муниципального района Белокатайский район Республики Башкортостан Масхута Минигалина.

В ходе круглого стола ветеран образования из Белорецкого района Ринат Шайбаков представил доклад по истории инзерских и серменевских башкир рода Катай; краевед из Белорецкого района Фарит Шахяметов в своём выступлении познакомил участников с историей рода Кузгун-Катай; заведующий отделом Центра социокультурного анализа Института стратегических исследований Республики Башкортостан, кандидат исторических наук Юлдаш Юсупов представил доклад о родоплеменной структуре башкирского народа; ДНК-генеалог из Перми Альберт Каримов выступил с докладом о происхождении и генетическом родстве пермских татар и башкир; ДНК-генеалог, председатель Томского родословного общества «Герольд» Владимир Волков посвятил своё выступление башкирам-катайцем городов Тюмени и Тобольска; начальник отдела использования и публикации документов Архивного фонда Республики Башкортостан Национального архива Республики Башкортостан Зульфар Гатиятуллин познакомил участников с архивными документами о башкирах рода Катай.

Круглый стол «Башкиры рода Катай. Движение башкирских родов» впервые прошёл в рамках Этнофорума «Ҡатай йәштәре йыйыны» и собрал вместе учёных и краеведов, изучающих родоплеменную структуру и генетические особенности башкирского народа, историю башкир рода Катай. Докладчики и слушателя мероприятия выразили надежду, что проведение подобных круглых столов станет одним из направлений работы этнофорумов башкир-катайцев и в последующие годы.

Поделиться:

читать дальше">
Translate »