Главная/ Мероприятия/ Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл тулыуға арналған “Башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡорой: тормошо һәм мираҫы” исемле түңәрәк өҫтәл уҙҙы.

Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл тулыуға арналған “Башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡорой: тормошо һәм мираҫы” исемле түңәрәк өҫтәл уҙҙы.

Кисә, 21 ғинуарҙа, республиканың ғилми йәмәғәтселеге, Тәтешле районы уҡытыусылары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе,  ғалим, мәғрифәтсе, шағир, дин тәғлимәттәре тәржемәсеһе Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл тулыуға арналған, “Башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡорой: тормошо һәм мираҫы”, тип аталған түңәрәк өҫтәлгә йыйылды.

Ирәкте ырыуы улы, Кейеков Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы 1826 йылда (бәхәсле — 1828 йылда) Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Ирәкте олоҫонда (хәҙерге Башҡортостандың Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылы) башҡорт муллаһы ғаиләһендә тыуған. Кейековтар шәжәрә буйынса Ирәкте башҡорт ырыуы башлығы Иҫән хан вариҫтары.

Ғилми, дини, әҙәбиәт өлкәһендә тиңһеҙ ижади гәүһәрҙәр ҡалдырған шәхестең хөрмәтенә үткәрелгән сарала Башҡортостандың Фәндәр Академияһы етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты, ғалим Айтуған Аҡманов, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы етәксеһе Марат Зөлҡәрнәйев, филология фәндәре докторҙары  Ғиниәтулла Ҡунафин, Миңлеғәли Нәҙерғолов,  Луиза Сәмситова, Мәғариф министрлығының милли мәғариф идаралығы бүлеге етәксеһе Булат Зиннуров, тарих фәндәре кандидаттары Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов, Әхәт Сәлихов, Рәфил Аҫылғужин, Айнур Хужахмәтов, Рәсих Зәйтүнов һәм Тәтешле районы тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнашты.

Ентекле эҙләнеүҙәр нигеҙендәге, тарихи дәлилдәр менән нығытылған сығыштар, мәғлүмәттәр йәнә лә, боронғо тарихи картинаны тулыраҡ күҙалларға ярҙам итте. Шул иҫәптән, Ғәли Соҡоройҙоң үҙ заманында яҙған ҙур тарихи хеҙмәттәре, ижады бөгөнгө тарихсыларға ҙур асыштарға нигеҙ булып тороуо телгә алынды.

***

Вчера, 21 января, деятели науки республики, учителя и краеведы Татышлинского района встретились на мероприятии, посвященном памяти выдающегося деятеля 19-го века, просветителя, поэта, переводчика ценных религиозных книг Гали Сокороя.

Гали Сокорой  родился 8 января 1826 года в деревне Старочукурово Бирского уезда Уфимской губернии (ныне Татышлинского района Республики Башкортостан) в семье башкирского муллы Габделсалиха. По шежере-потомок Иректинского хана Исяна.

На круглом столе выступали ученые исследователи АН РБ, РАН, БГУ, а также земляки  просветителя-татышлинцы.

Доктора филологических наук Минлегали Надыргулов, Луиза Самситова, профессор, профессор Гиниятулла Кунафин, кандидат филологических наук Айнур Хужахметов, Гузалия Ильясова — поведали о значимости трудов Гали Сокороя.

Доктор исторических наук Айтуган Акманов, кандидат исторических наук Салават Хамидуллин, Расих Зайтунов, Юлдаш Юсупов, Ахат Салихов, кандидат философских наук Рафиль Асылгужин, аспирант БашГУ Ильшат Минлебаев поделились информацией об исторических изысканиях великого просветителя, которые сегодня помогают восстанавливать картину истории башкир.

К круголому присоединились и  придали особую значимость земляки Гали Сокороя-директор МАУ «Татышлинский историко-краеведческий музей» Айсылу Шарифьянова,  учитель башкирского языка МБОУ СОШ № 2 с. Верхние Татышлы Эльвира Муллаярова,  учитель истории, русского языка и литературы МОБУ СОШ с. Валентиновка Архангельского района Наталья Комзалова.

Основной темой обсуждения мероприятия было сохранение, изучение, распространение наследия Гали Сокороя. Выступления также были посвящены истории расселения, земельным вопросам северных башкирских родов, в частности рода Иректы, темам башкирского просвещения и  северо-западного диалекта башкирского языка.

Сын знатного рода, ученый, поэт и просветитель оставил после себя уникальные труды по истории башкир. Труды Гали Сокороя хранятся в фонде арабографичных рукописей и старопечатных книг им. Г.Б. Хусаинова ИИЯЛ УФИЦ РАН, Национальной библиотеке имени Ахмет-Заки Валиди, архивах Санкт-Петербурга, Казани.

На родине просветителя ведется работа по увековечению его памяти: организуются мероприятия по пропаганде творческого наследия, именем поэта названы улицы, учреждена  премия Гали Сокороя.

В 2001 году открыт музей Гали Сокороя, в честь 175-летия со дня рождения поэта. Он построен на месте медресе отца поэта, Габдессалих хазрата. Составляет единый комплекс с мечетью.

Участники мероприятия отметили, что данная тема требует более серьезного изучения.  Ряд его произведений не до конца изучены, также много рукописей, которые требуют расшифровки и издания.

Поделиться:

читать дальше">
Translate »