Главная/ Новости/ Дню смеха было посвящено заседание Литературной гостиной Национального музея Республики Башкортостан

Дню смеха было посвящено заседание Литературной гостиной Национального музея Республики Башкортостан

1 апреля 2021 года состоялось заседание Литературной гостиной Национального музея Республики Башкортостан, посвящённое Дню смеха. Организаторы мероприятия, проводящегося в музее с 2015 года, стараются воспроизвести атмосферу литературных гостиных Москвы и Санкт-Петербурга ХІХ века, в которых происходил «живой диалог» между талантами и поклонниками. Литературная гостиная Национального музея РБ является площадкой неформального общения с литераторами, которым можно задать интересующие вопросы.

На заседание Литературной гостиной Национального музея РБ велась беседа на тему «Сатира и юмор в произведениях современных башкирских писателей». Для обсуждения этой темы был приглашен писатель-сатирик, известный журналист, ответственный секретарь молодежного журнала «Шонкар» – Венер Исхаков

Гостями Литературной гостиной Национального музея РБ стали студенты факультета Башкирской филологии, востоковедения и журналистики Башкирского государственного университета.

Мероприятие открыл заместитель генерального директора Национального музея РБ Ильгиз Хайруллин.

Венер Исхаков интересно и увлекательно рассказал о своем творчестве, о теме сатиры и юмора в произведениях современных авторов и отвечал на вопросы гостей музея. Студенты получили в дар экземпляры его книги «Өй эйәһе» с автографами.

Украсил мероприятие своим выступлением об искусстве танца известный танцор и хореограф, народный артист Республики Башкортостан – Риф Габитов.

На мероприятии прозвучали шуточные песни «Ҡурайсы егеткә» в исполнении Ильдара Шарипова и «Гармунсы мөхәббәте» в исполнении Ильшата Халилова и мелодии курая.

В завершение мероприятия прошла фотосессия с участниками литературной гостиной, а затем гости музея смогли посетить экспозиционные залы.

1 апрель көнө Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Көлкө көнөнә арналған Әҙәби ҡунаҡхана ултырышы уҙғарылды. Әҙәби ҡунаҡхананы ойоштороусылар ХІХ быуатта Мәскәүҙә, Санкт Петербургта үткән әҙәби ҡунаҡханалар мөхитен еткереү ниәтендә яҙыусылар, шағирҙар, артистар, фән, сәнғәт, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм уларҙың ижадын яратыусылар менән йәнле һөйләшеү ойоштороп торалар. 

Башҡортостан Республикаһының Милли музейының Әҙәби ҡунаҡханаһы ултырышында «Бөгөнгө башҡорт яҙыусыларының әҙәрҙәрендә сатира һәм юмор» тигән темаға фекер алышыу булды. Был теманы асыу өсөн яҙыусы, сатирик, танылған журналист, «Шоңҡар» йәштәр журналының яуаплы сәркәтибе Венер Исхаҡов саҡырылды.

Башҡортостан Республикаһының Милли музейының Әҙәби ҡунаҡханаһында Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы, журналистикаһы һәм шәрҡиәте факультеты студенттары ҡатнашты. Бындай сара яҙыусыларҙың ижады менән танышыу өсөн генә үткәрелмәй, ә мөхиттәге ижади процесста уҡыусыға ла ҡатнашыу мөмкинлеге бирә. Әҙәби ҡунаҡханала ҡатнашыусылар шағирҙарға, яҙыусыларға һәм башҡа ижад кешеләренә һорауҙар бирә, үҙҙәренең тәҡдимдәрен индерә, уларҙың ижадына үҙҙәренең фекерҙәрен  еткерә. 

Осрашыуҙы Башҡортостан Республикаһын Милли музейының генераль директор урынбаҫары Илгиз Рәхимйән улы Хәйруллин асты. 

Венер Исхаҡов үҙенең ижады хаҡында бик мауыҡтырғыс итеп һөйләне, бөгөнгө көндә сатира һәм юмор өҫтөндә ижад иткән авторҙарҙың ижадына ла үҙенең фекерен еткерҙе, әҙәрҙәренең геройҙары булып киткән персонаждар тураһында ла әйтеп үтте, студенттар биргән һорауҙарға ла ихлас яуап бирҙе. Студенттарға яҙыусы үҙенең «Өй эйәһе» тигән китабын автограф менән бүләк итте.

Шулай уҡ сараны бейеү сәнғәте ижады тураһындағы сығышы менән Башҡортостан Республикаһының Халыҡ артисы, танылған бейеүсе, хореограф Риф  Ғәбитов биҙәне.

Әҙәби ҡунаҡханала Илдар Шәрипов башҡарыуында «Ҡурайсы егеткә», Илшат Хәлилов башҡарыуында «Гармунсы мөхәббәте» тигән шаян йырҙар, ҡурай моңо яңғыраны.

Әҙәби ҡунаҡхана ултырышынан һуң ҡунаҡтар менән бергә фотосессия һәм Башҡортостан Республикаһының Милли музейы күргәҙмәләрен ҡарау ойошторолдо.

 

 

Поделиться:

читать дальше">
Translate »