«КҮҢЕЛЕМ ШИҒРИӘТЕ» ӘҘӘБИ КИСӘҺЕ ҮҘ ТАМАШАСЫЛАРЫН КӨТӘ
Мероприятия по Пушкинской карте
16 марта 2023
21 март Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Күңелем шиғриәте» тип исемләнгән Әҙәби кисә уҙасаҡ. Сара Башҡортостандың яҙыусылар ойошмаһы менән берлектә Педагог һәм остаз йылы сиктәрендә ойошторола.
Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе билдәле шағирә, драматург, тәржемәсе, журналист Лилиә Ҡәйепова (Лилиә Һаҡмар), шағир, журналист, уҡытыусы Ринат Сөләймәнов һәм шағир, «Аҡбузат» әҙәби-нәфис журналының бүлек мөхәррире Айгөл Ғәбитова менән ҡыҙыҡлы осрашыу көтә.
Саранан һуң ҡунаҡтарға Башҡортостан Милли музейы экспозициялары менән танышырға, шағирҙар менән аралашырға һәм автограф алырға мөмкин буласаҡ.
Ҡәҙерле дуҫтар! Шиғриәт донъяһына рәхим итегеҙ!
Әҙәби кисә 12:00 сәғәттә башлана.
Мероприятия по Пушкинской карте
Новости
Все новости
22 марта 2023
УФА - ГОРОД КОНТРАСТОВ
17 марта 2023
Презентация журнала «Башкирский край»