«САМАУЫРЛЫ РИТАЙЫМ» - МУЗЕЙҘА МАТУР ОСРАШЫУ!
Мероприятия по Пушкинской карте
10 марта 2023
Дуҫтар! Барығыҙҙы ла «Музейҙа матур осрашыу» проекты сиктәрендә уҙасаҡ «Самауырлы ритайым»ға саҡырабыҙ! Баян, ҡурай, гитара моңдарына, күңелле көй-йырҙарға, дәртле бейеүҙәргә күмелгән рухлы осрашыу Башҡортостандың Милли музейында 15 мартта уҙасаҡ.
Яҙҙың йәмле кисендә дуҫтарығыҙ менән осрашып аралашып, республиканың төп музейы залдары буйлап сәйәхәт ҡылып, музей фонды экспонаттары менән биҙәлгән тирмәлә милли кейемдәрҙә фото төшөп*, хуш еҫле сәйҙәр эсеп, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтырға саҡырабыҙ.
Осрашыу ваҡытында теләге булған һәр кем үҙ ҡулдары менән ротангтан кәрзин йәки кашпо үреп, сараның матур иҫтәлеге итеп уны үҙе менән алып ҡайтыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
"Сулпылар сыңы" оҫталыҡ дәресе бәләкәй гүзәлкәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән. Улар үҙ ҡулдары менән һоҡланғыс сәсмәүер эшләп алырға мөмкиндәр.
Шулай уҡ кисәбеҙҙе ҡул эштәре оҫталарының йәрминкәһе лә биҙәйәсәк.
Күңелдәрҙе йылытыр, йөрәктәрҙе дәртләндерер осрашыуҙар була. Музейҙағы матур осрашыу нәҡ ошондай күркәм сараларҙың береһе ул. Һеҙҙе «Самауырлы ритайымда» көтөп ҡалабыҙ! Башлана 18:00 сәғәттә.
* Саралар өҫтәмә түләүле.
Оҫталыҡ дәрестәре: 1000 һум (ротангтан кәрзин үреү), "Сулпылар сыңы" - 200 һум.
Милли кейемдә тирмәлә фото төшөү - 1000 һум.
ПУШКИН КАРТАҺЫ МЕНӘН ТҮЛӘРГӘ МӨМКИН.

Новости
Все новости
22 марта 2023
УФА - ГОРОД КОНТРАСТОВ
17 марта 2023
Презентация журнала «Башкирский край»