Өфөлә «Башҡорт бейеүе легендаһы — Рәшиҙә Туйсина» күргәҙмәһе эшләй

Шведтар уны “Урал ынйыһы”, француздар — “Мадам Грация”, үҙебеҙҙекеләр “Башҡорт бейеүе алиһәһе”, “Башҡорт мәҙәниәтенең феномены”, тип данлай. Бөгөн ул йәнә үҙенең һәләте, матурлығы һәм нәзәҡәтлеге менән таң ҡалдырҙы.

— Башҡортостандың төп музейында Рәшиҙә Туйсинаның тормошо һәм ижадына арналған күргәҙмәнең асылыуы оло мәртәбә. «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бейеүе», тигәндә иң тәүҙә күҙ алдына Рәшиҙә Ту йсина баҫа. Был күргәҙмә ябай ауыл ҡыҙының да юғары үрҙәр яулай алыуына, бар донъяҡа башҡорт милләтенең юғары бейеү ижадын танытыу мөмкинлегенең тере дәлиле ул, — тине үҙенең сығышында Башҡортостан Милли музейы директоры Рөстәм Исхаҡов.

Легендар бейеүсе Рәшиҙә Туйсинаның шәхси биҙәүестәрен, сәхнә кейемдәрен күрергә, талантлы ғаилә династияһы менән танышырға, тип бихисап халыҡ йыйылды. Бейеү алиһәһен тәбрикләргә килгән мәртәбәле ҡунаҡтар араһында башҡорт эстрадаһы йондоҙо, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, мультиинструменталист Заһир Зәйнетдинов та бар ине.

— Мин Өфөгә уҡырға килгәс, Рәшиҙә апай минең икенсе әсәйем кеүек булды. Ғөмүмән, ул барлыҡ балаларҙы ул үҙ ҡанаты аҫтына алды, бер тигеҙ ҡараны һәм яратты. Һәр беребеҙҙә ул һәләттәр асырға тырышты. Рәшиҙә апайға, шулай уҡ уның улы Хәлил ағайға рәхмәтлемен. Бөгөнгө көндә минең үҙ юлымды табып, әүҙем ижад юлында булыуымда уларҙың да өлөшө ҙур, — тине ул.

Күргәҙмә 12 майға тиклем эшләй. Бейеү сәнғәтенә битараф булмаған, ижадҡа һоҡланып йәшәгән өфөләрҙе һәм ҡала ҡунаҡтарын “Башҡорт бейеүе легендаһы – Рәшиҙә Туйсина” күргәҙмәһен килеп күрергә саҡырабыҙ. Матурлыҡҡа һоҡланыу күңелдә матур хистәр уята, изге уйҙарға сорнай, дуҫтар. Барығыҙҙы ла Башҡортостандың Милли музейында көтөп ҡалабыҙ!