«Халҡым моңо» — Благовар районында

17 апрель Благовар районының башҡорт теле уҡытыусылары һәм ошо уҡ райондың Шарлыҡ ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары өсөн Башҡортостан Милли музейының «Халҡым моңо» мәҙәни һәм белем белем биреү сараһы уҙғарылды.

Музейҙың өлкән хеҙмәткәре Илдар Шәрипов башҡорт халҡының милли уйын ҡоралдарының килеп сығыу тарихы һәм ҡулланылышы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һөйләне. Шулай уҡ ул «Сыңрау торна», «Урал», «Ете ҡыҙ», «Салауат маршы», «Наполеон Бонапарт», «Ҡотдос маршы», «Ҡаһым түрә», «Любизар» халыҡ көйҙәренең тарихы менән таныштырҙы һәм уларҙы ҡурайҙа уйнап ишеттерҙе. Ҡурай эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе лә барыһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

«Халҡым моңо» мәҙәни һәм белем биреү сараһы эше әүҙем алып барыла. Унда мәктәпкәсә йәштәге балалар, мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Заявкалар 8(347) 272-32-54, 89656410213 телефондары аша йәки Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14-се һанлы йорт адресы буйынса урынлашҡан Башҡортостан Республикаһының Милли музейында ҡабул ителә.

Барығыҙҙы ла был матур, фәһемле һәм ҡыҙыҡлы сарала көтөп ҡалабыҙ!