Милли музей күргәҙмәһе «Салауат йыйынына» барып ҡайтты

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Салауат- мәңгелеккә батыр» тип аталған күргәҙмә үҙ эшен дауам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ — күргәҙмә асылғандан һуң эшен музейҙа бер аҙға туҡтатып тороп, «Салауат йыйынына» барып ҡайтты.

Күргәҙмә башҡорт иленең милли батыры һәм шағир-импровизатор Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыу айҡанлы ойошторолдо. Батырҙың образын бөгөнгө көн сәнғәтендә һынландырыу ниәте менән уҙғарылған төбәк-ара конкурстың һөҙөмтәһе булып ошо экспозиция тора. Күргәҙмәгә Башҡортостан һәм Рәсәй төбәктәре оҫталары үҙ эштәрен юллаған. Бында Салауат Юлаевтың образы һынлы сәнғәт, графика, декоратив-ҡулланма һәм башҡа техникаларҙа һынландырылған. Экспозиция тамашасыларға милли геройбыҙ образының тәрәнлеген күрергә ярҙам итә, шулай уҡ төрлө рәссамдарҙың һәм оҫталарҙың эштәрендә образдың үҫешен күҙәтергә мөмкинлек бирә. Әлегәсә билдәле булмаған һәм бер кем дә күрмәгән сәнғәт өлгөләрен күреп, матурлыҡҡа шаһит булып, һоҡланып, илһамланып ҡайтырға теләһәгеҙ Милли музей һеҙҙе көтә!