Оҫталыҡ дәресе ижади һәләтте үҫтерә!

Башҡортостандың Милли музейында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән саралар йыш уҙа. Уларҙы музейҙа ҡыҙыҡлы сәйәхәт, төрлө оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, этно стилендә фотосессия, кинолекторий, мауыҡтырғыс квест һәм башҡа саралар көтә. Күп йыллыҡ тарихты һаҡлаған, быуаттар бәйләнешен тәъмин иткән музейҙа балалар Башҡортостан тураһындағы белемдәрен тәрәнәйтә, республиканың тәбиғәте менән яҡындан таныша, төбәктең үткәне һәм бөгөнгөһө, бөйөк шәхестәре хаҡында йөкмәткеле бай мәғлүмәт туплай.

Музейҙың йәш ҡунаҡтары оҫталыҡ дәрестәрендә айырыуса теләп ҡатнаша. Бөгөн республиканың төп музейында Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалалары һәм Шишмә районы уҡыусылары ҡунаҡта булды. Улар музейҙың даими экспозицияларын, ваҡытлы күргәҙмәләрен ҡараны һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Беренсе оҫталыҡ дәресендә мәктәп уҡыусылары «Урал батыр» эпосы геройҙарының ағас һындарын, ә икенсеһендә мозаиканы йәбештереп төрлө әйберҙәр эшләне. Үҙ ҡулдары менән эшләгән үҙенсәлекле сувенирҙарын һәр кем музейға сәйәхәт иҫтәлеге итеп өйҙәренә алып ҡайтты.

Оҫталыҡ дәрестәрендә балалар яңы һөнәр үҙләштерә, ижади ҡеүәһен арттыра, тиҫтерҙәре менән аралаша, ыңғай һәм сағыу тәъҫораттар ала.