Башҡортостандың Милли музейында «Башҡорт бейеүе легендаһы — Рәшиҙә Туйсина» күргәҙмәһе

  • 100-300
  • до 12.05.2024

19 апрель сәғәт 13-тә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында “Башҡорт бейеүе легендаһы – Рәшиҙә Туйсина”* тип аталған уникаль күргәҙмә асыласаҡ.

Шведтар уны “Урал ынйыһы”, француздар “Мадам Грация”, үҙебеҙҙекеләр “Башҡорт бейеүе алиһәһе”, “Башҡорт мәҙәниәтенең феномены”, тип данлай.

Хореографик белеме булмаған ябай ауыл ҡыҙы нисек сит ил залдарын хайран итә алған? Билдәле “Заһиҙә” бейеүенең тарихы ниндәй серҙәр һаҡлай? Нисек мәңге йәш булып ҡалырға? Ошо һәм башҡа ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуаптар — «Башҡорт бейеүе легендаһы — Рәшиҙә Туйсина» күргәҙмәһендә.

Шулай уҡ экспозицияла легендар бейеүсе Рәшиҙә Туйсинаның шәхси биҙәүестәрен, сәхнә кейемдәрен күрергә, талантлы ғаилә династияһы менән танышырға мөмкин буласаҡ.

Күргәҙмәнең асылыу тантанаһында олуғ шәхес үҙе һәм ул тәрбиәләгән йондоҙҙар — Салауат Мөхәмәтйәров, Айгөл Әсәҙуллина, Ирада Ҡадырова һәм Зайнетдин ҡатнашасаҡ.

“Башҡорт бейеүе легендаһы – Рәшиҙә Туйсина ” күргәҙмәһе ағымдағы йылдың 12 майына тиклем эшләйәсәк.

Башҡортостан Милли музейында көтөп ҡалабыҙ, дуҫтар!

* РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1978) һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы (2008), Салауат Юлаев (1973) һәм Ғ.Сәләм исемендәге премиялар лауреаты (1968), Софияла уҙған IX Бөтә Донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә алтын миҙал яулаусы, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012).