Министерство культуры Республики Башкортостан

Государственное бюджетное учреждение

культуры и искусства

Республики Башкортостан

Национальный музей Республики Башкортостан

Новости

Вторник, 19 Сентябрь 2017 13:33

Башҡортостан Республикаһының Милли музейының «Әҙәби ҡунаҡхана»һы

 

19 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының Милли музейы «Әҙәби ҡунаҡхана»һында ҡунаҡтар ҡабул итте. БР Милли музейында «Әҙәби ҡунаҡхана»лар үткәреү яҡшы традицияға әйләнеп китте. БР Милли музейының үткән «Әҙәби ҡунаҡхана»ларында республикабыҙҙың әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт донъяһы вәкилдәре менән осрашыуҙар ойошторола. Бындай иҫтәлекле осрашыуҙар йәш быуын өсөн эҙһеҙ үтмәй. Әҙәбиәт һәм сәнғәт кешелә тик изге һәм саф тойғолар ғына тәрбиәләй. Бындай тойғолар менән көн иткән шәхес изге эштәр генә башҡарыусан. Шуға ла Милли музейҙа үткән «Әҙәби ҡунаҡхана» ларҙың киләһе быуын вәкилдәре өсөн әһәмиәте лә ҙур. «Әҙәби ҡунаҡхана» музей ҡараусыларына әҙәбиәтте, сәнғәтте тыуҙырыусы шәхестәр менән туранан-тура аралашып, үҙ фекерен еткереү мөмкинселеге тыуҙыра.

Сираттағы «Әҙәби ҡунаҡхана» ултырышында «XXI быуатта башҡорт әҙәбиәте һәм милли матбуғат» тигән темаға фекер алышыу ойошторолдо.

«Әҙәби ҡунаҡхана»ла Башҡорт дәүләт университетының, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филалогияһы факультеттарынан студенттар ҡатнашты.

«Әҙәби ҡунаҡхана»ла билдәле журналист Башҡортостан Республикаһының Атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф отличнигы, Ш.Хоҙайбирҙин, Ш.Бабич исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Сәлмән Шәкирйән улы Ярмуллин, шағир, яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар ойошмаһы, Башҡортостан Республикаһының Журналистары берлеге ағзаһы, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире урынбаҫары Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбаев, сатирик, фельетонсы, драматург, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар ойошмаһы, Башҡортостан Республикаһының Журналистары берлеге ағзаһы, «Тамаша» журналының баш мөхәррире Сөләймән Йәнғәле улы Латыпов, Башҡортостан Республикаһының Халыҡ, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы Миңзлә Ғәйнетдин ҡыҙы Хәйруллина студенттар алдында сығыш яһаны.

Сәлмән Шәкирйән улы Ярмуллин бөгөнгө көндәге милли матбуғаттың тарихы, бөгөнгө хәл-торошо менән таныштырҙы. Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбаев матбуғат биттәрендә сыҡҡан яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың әҫәрҙәре буйынса викторина үткәреп, дөрөҫ яуап биргән студенттарға китаптар бүләк итте. Сөләймән Йәнғәле улы Латыпов бөгөнгө көндә белем алыуҙың әһәмиәте, быға милли баҫмаларҙа сыҡҡан материалдарға нигеҙләнеү кәрәк икәне тураһында сығыш яһаны. Был сарала Сөләймән Латыповтың «Кәмит» тип аталған сериалынан бер серия һәм М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында ҡуйылған «Көнләш Америка! Көнләш!» тигән спектакленән өҙөк күрһәтелде. Башҡортостан Республикаһының Халыҡ артисы, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы Миңзлә Ғәйнетдин ҡыҙы Хәйруллина ошо спектаклдең ҡуйылыу тарихы, шулай уҡ драматургтарҙың әҫәрҙәре менән театрҙарҙа нисек эш алып барылыуы тураһында һөйләне.

Башҡортостан Республикаһының «Әҙәби ҡунаҡхана»һы ултырышынан һуң студенттар саҡырылған ҡунаҡтар менән иҫтәлеккә фотоға төштө, автографтар алды. «Әҙәби ҡунаҡхана»ның һәр ҡунағына Башҡортостан Республикаһының Милли музейы күргәҙмәләрен ҡарау мөмкинлеге бирелде, экскурсия ойошторолдо.

Наши партнеры

Министерство культуры РФ

 

Министерство культуры РБ

 

Музей Аксакова

 

Республиканский музей Боевой славы

 

Культурный мир Башкортостана

 

Музей им.Нестерова

 

Портал культурного наследия России

 

Киностудия Башкортостан
Национальный литературный музей

Республика Башкортостан, г.Уфа, ул. Советская, д.14 Остановки транспорта "Гостиный двор", "Советская площадь".
Время работы: Вторник – пятница с 11-00 до 18-00, касса до 17-00. Суббота: с 12.00 до 20.00, касса до 19.00. Воскресенье с 11-00 до 18-00, касса до 17-00.
Выходной день: Понедельник

 

Национальный музей Республики Башкортостан © 2015. All Rights Reserved.

Яндекс.Метрика